Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, быйыл республикабыҙҙа сысҡан биҙгәге менән сирләүселәр һаны 8,5 тапҡырға артҡан. Башҡортостанда 1025 осраҡ теркәлгән: шуларҙың 565-е – баш ҡалабыҙҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һүҙ был сирҙән һаҡланыу хаҡында барҙы. Унда Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының территорияны эпидемиологик күҙәтеү һәм санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе урынбаҫары Лира Фәрүәзова, республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы, Республика инфекция клиник дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов та ҡатнашты.
– Хәлдең ҡатмарлашыуына бер нисә шарт йоғонто яһай. Был ҡыштың бик йылы, йәйҙең ҡоро, эҫе килеүе, рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙең йыш осрауы менән бәйле. Быларҙың барыһы ла инфекция таратыусы сысҡан һәм ҡомаҡтарҙың үрсеүе өсөн уңайлы мөхит булдыра. Әгәр ҙә вирустың йәшәүен ҡараһаҡ, 3 – 4 йыл һайын сысҡан биҙгәгенең әүҙемләшеүе күҙәтелә, – тине Анна Анриевна.
Лира Әмир ҡыҙы сир осрағы теркәлмәгән райондар ҙа барлығын, ә тау-урман һәм урман-дала зонаһының төньяғына ҡараған муниципалитеттарҙа сысҡан биҙгәге менән сирләүселәрҙең һаны айырыуса күп булыуын белдерҙе. Һуңғылары рәтенә Краснокама, Тәтешле, Асҡын, Благовещен, Өфө, Нуриман райондары һәм Өфө ҡалаһын индерҙе.
– Баш ҡалабыҙ – торлаҡ төҙөлөшөнөң тығыҙлығы юғары булған мегаполис. Уның тирәләй Өфө районында бер ҡатлы йорттар күп. Өҫтәүенә, парктар, урмандар туп-тулы. Бында һуңғы 15 – 20 йылда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең ҙур сығанағы барлыҡҡа килгән. Кимереүселәр сатнама һыуыҡта ла үлмәй, биналар буйлап күсеп йөрөй, сүплектә йәки урманда, йүкә аллеяһында аҙыҡ табып, ҡышлап сыға. Сысҡандар күп булған ерҙә ауырыусылар һаны арта, – ти Лира Фәрүәзова.
Сысҡан биҙгәген нисек йоҡторорға мөмкин һуң? Тәүге юл – кимереүселәрҙең биологик бүлендектәрендә булған вирус кешенең тын алыу юлына эләгә лә ҡан менән башҡа ағзаларға тарала. Икенсеһе – көнкүреш юлы, йәғни кимереүселәрҙең бүлендектәре менән бысранған әйберҙәр аша йоға.
– Әле күптәр тәбиғәт ҡосағында, бесәнлектә фотоға төшөп, социаль селтәрҙәргә һала. Бында улар сир йоҡтороу хәүефе янағанын белмәй. Гербарий йыйғанда ла балаларҙың ауырыу эләктереүе ихтимал. Шуға бик һаҡ булырға кәрәк, япраҡтарҙы антисептик менән эшкәртергә кәңәш итәбеҙ. Баҡсала, паркта, урамда ла уны йоҡтороу ҡурҡынысы бар. Сысҡандар йәки ҡомаҡтар күп булған ҡатлы йортта йәшәүселәр ҙә хәүеф төркөмөнә инә. Ә бына ауырыған кешенән башҡаларға сир йоҡмай.
Һандарға күҙ һалһаҡ, көнкүреш шарттарында зарарланыу проценты юғарыраҡ. Элек урманда палаткала ял иткән туристар, бәшмәкселәр йышыраҡ ауырый торғайны, – ти Анна Казак.
Матбуғат конференцияһында Азат Мөхәмәтйәнов сысҡан биҙгәге ауырыуының тәүге билдәләре хаҡында һөйләне, улар беленеү менән тиҙ арала табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген дә белдерҙе. Юғиһә, ауырыраҡ формаға күсеп, инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтереүе ихтимал.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ауырый башлағас, һалҡын тейгәндер йәки үҙемдең шулай хәлем юҡтыр тип, сирҙе аҙҙырып ебәрә. Сысҡан биҙгәге менән күп осраҡта ир-егеттәр сирләй, улар аҙаҡҡаса поликлиникаға барыуҙы кисектереп тора, – ти ул.
Сысҡан биҙгәгенең инкубация осоро – 2 – 3 аҙна. Тәүге билдәләре һыуыҡ тейҙереүгә бик оҡшаған. Шуға күптәрҙең бутауы ла ихтимал. Сир баш ауыртыу, мускулдар менән быуындар һыҙлау, ҡалтыраныуҙан, тән температураһы 41 градусҡа тиклем күтәрелеүҙән башлана. Унан тыш, ҡоҫҡо килеү, уҡшытыу, күреү һәләте насарайыуы, аппетит юғалыуы, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Тик инфекция йоҡторғандан һуң тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем 7 – 48 тәүлек үтеүе мөмкин.
Осрашыуҙа сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡлығы, шуға күрә тәбиғәттә һәм инфекция йоҡтороу хәүефе булған башҡа урындарҙа гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү генә ауырыуҙан һаҡланырға ярҙам итеүе хаҡында ла һүҙ барҙы.
– Был йәһәттән кимереүселәргә ҡаршы әүҙем көрәш алып барабыҙ. Йыл һайын ял итеү урындары эшкәртелә. Бөгөн эшкәртеү майҙаны 49 мең гектар тәшкил итә. Республика Хөкүмәтенә лә мөрәжәғәт иттек, кәңәшмәләрҙә лә эшкәртеү майҙанын 60 мең гектарға тиклем еткерергә кәрәклеге хаҡында һөйләштек, – тине Анна Казак.
Күп фатирлы йортта, баҡсала сысҡандар үрсеп китһә, нимә эшләргә һуң? Әлбиттә, идара итеүсе компанияға, баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙеңә ауырыуҙы эләктермәҫ өсөн һәр ваҡыт таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү мөһим: ҡулды һабынлап йыуырға, баҡса йортонда бирсәткә, битлек кейеп эшләргә, йәшелсә, еләк-емеште яҡшылап йыуып ашарға. Шулай уҡ шәхси йорт йәки баҡса биләмәһен сүплеккә әйләндермәгеҙ. Таҙалыҡ сәләмәтлек нигеҙе икәнен онотмайыҡ. Быларҙы үтәп, кимереүселәргә ҡаршы көрәшеп кенә ауырыуҙы йоҡтормаҫҡа була.