Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Июль 2022, 16:00

Кейәү үләне йүтәлдән ярҙам итә

Әле кейәү үләненең күҙҙең яуын алып, баҙлап ултырған сағы. Был үҫемлек бик файҙалы ул.  

Кейәү үләне йүтәлдән ярҙам итә
Кейәү үләне йүтәлдән ярҙам итә

Уны бронхит, үпкә ауырыуҙары ваҡытында ҡаҡырыҡ сығарыусы, шулай уҡ тынысландырыусы сара булараҡ та ҡулланалар. Балаларҙың йүтәлен дауалау өсөн дә бик һәйбәт сара. Эс киткәндә, газдар йыйылғандан да ярҙам итә.

Кейәү үләненән төнәтмәне нисек яһап эсергә тиһегеҙме? 15 грамм кипкән үләнгә 1 стакан ҡайнар һыу һалып, төнәтеп алғандан һуң,  көнөнә 4 – 5 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.

Кейәү үләнен баҡсала ла үҫтереп була. Уны орлоҡтан сәсеп үҫтерәләр. Бик йылы һәм яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек, шуға ҡараңғы, түбән урындарҙа үҫә алмай.

Кейәү үләнен сәскә атҡан осорҙа йыйырға кәрәк. Ҡайсы менән бөхтә итеп өҫкө өлөшөн киҫеп алығыҙ, тамыры менән йолҡоп алырға ярамай.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: