Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Июнь 2022, 21:00

Лунатиктар йоҡлағанда йөрөй

Таныштарҙың улы төндә илереп бер була ине. Бер ваҡыт  йәйгеһен ауылда  тышҡа тәҙрә аша сығып киткән. Ярай әле, бер ере лә имгәнмәгән. Лунатиклыҡ менән интегеүселәр йоҡлағанда йөрөп кенә ҡалмай, һөйләшә лә. Баҡһаң, был тайпылыш йышыраҡ балаларҙа, һиҙгер, тәьҫиргә бирелеүсән йәш үҫмерҙәрҙә күҙәтелә икән.

Лунатиктар йоҡлағанда йөрөй
Лунатиктар йоҡлағанда йөрөй

Был күренештең атамаһы күптән инде иҫкергән. Боронғолар ай тәьҫир итә тип шундай исем биргән. Хәҙерге заманса атамаһы – сомнамбулизм, йәғни йоҡо аралаш йөрөү. Шулай уҡ уны парасомния тип тә атайҙар, был иһә йоҡо боҙолоуҙың бер нисә төрөн берләштереүсе төшөнсә.

Ғалимдар һәм психиатрҙар бер нисә быуат инде был күренеште өйрәнә. Билдәле булыуынса, лунатиклыҡ 14 – 15 йәштәрҙә бөтә, ә ҡайһы ваҡытта олораҡ йәштәрҙә лә килеп сығыуы ихтимал, тиҙәр.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: