Тәүге урынды «Социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау» категорияһы биләй. Барлығы 1283 һорау килгән. Был, үткән аҙна менән сағыштырғанда, 287-гә күберәк. Юл мәсьәләһенә лә халыҡтың битараф булмауы күренә, 983 һорау бирелгән.
Елена Прочаковская һүҙҙәренсә, халыҡтың мөрәжәғәте пенсия фонды һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан әүҙем эшкәртелә. Ул 27 майҙан Башҡортостандың ситуация үҙәге 3-тән 7 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә түләүҙәр юллау һәм алыу мәсьәләләре буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә. Телефон аша 639 мөрәжәғәт килгән. Ситуация үҙәгенең ҡыҙыу элемтә һаны: +7 (347)218-19-19 и 122 (доп.2).
Фото: Т. АМАНОВ.