Һаулыҡ һаҡлау
9 Октябрь 2021, 22:18

Арыу нимәнән була?

Хәл юҡ, аяҡтар тала, бер нәмә эшләп булмай… Ошондай күренеш һеҙгә танышмы? Ярай, өлкән йәштә булһаң, әле 50-һе лә тулмағандарҙан да йыш ҡына ошоно ишетергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта 60-ты уҙғандарҙың да көс-дәрте ташып торғанын, йүгереп йөрөгәнен күрергә мөмкин. Нилектән шулай арыта икән?

Ферменттар

Нимә ул фермент? Улар беҙ­ҙең организмда ниндәй роль уйнай? 
Ферменттар – үҙенсәлекле аҡһым молекулалары, икенсе төрлө әйткәндә, организмдағы химик реакцияларҙы тәьмин итеүсе мөһим матдәләр. Мә­ҫәлән, крахмаллы аҙыҡ-тү­лекте сәйнәгәндә ауыҙҙа татлы тәм барлыҡҡа килә. Ул ами­лазаның эшмәкәрлеге менән бәйле. Был фермент крахмалды тарҡата. Һәр күҙәнәктә йөҙәрләгән фермент төркөмө бар.  Улар беҙҙең күҙәнәктәр менән туҡтауһыҙ бәйләнешкә инә. 
Ферменттар шулай уҡ  химик реакцияларҙың тиҙ­легенә йоғонто яһай.  Юҡҡа ғына уларҙы биологик ка­тализаторҙар тип йөрөт­мәйҙәр. Уларһыҙ организм­дағы реакциялар бик яй барыр һәм  кешенең сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшар ине. Организмда туҡ­лыҡлы матдәләр – витаминдар, аҡһымдар, минераль мат­дәләр етерлек кимәлдә булһа ла, уларҙан тыш ферменттар ҙа кәрәк.  
Кеше тыуғанда уҡ бөтә ғүмеренә етерлек билдәле фер­менттар запасын ала.  Шунлыҡтан   организмы ферментатив әүҙемлеккә, йәғни яңы ферменттар етештереү һәләтенә эйә булғанда кеше йәшәй. Ә бындай мөмкинлек бөтөү менән кешенең ғүмере өҙөлә. 

Туҡланыу стиле

Организмда ферменттарҙың кәмеүе дөйөм хәлһеҙлеккә килтерә.  Ауыр эш эшләмәһә лә, кеше арый. 
Шунлыҡтан, көн дауамында туҡтауһыҙ арыу, хәлһеҙлек бар­лыҡҡа килә икән,  ферментатив әүҙемлекте көсәйтеү сараһын күрергә кәрәк.  Бә­хеткә күрә, улар күп кенә. Мәҫәлән, ҡояшлы көндә кү­берәк  тышта йөрөү, аҡһымға бай аҙыҡ-түлек менән туҡ­ланыу, күберәк хә­рәкәт итеү, шулай уҡ кофеинға бай ҡәһүә эсеү һ.б. Көндөҙ арымаҫ өсөн аҡһымдың көн­дәлек норма­һының өстән ике өлөшөн (хатта күберәген дә мөмкин) иртәнсәк йәиһә төш ашарға кәрәк, кискелеккә ҡалдырырға ярамай. Шулай уҡ киске ашта ҡәһүәнән дә баш тартыу зарур.
Диетологтар раҫлауынса, көн дауамында әҙ-әҙләп йыш ашалған ризыҡ, туҡлыҡлы ир­тәнге, төшкө һәм киске ашҡа ҡарағанда,  тиҙерәк үҙләш­терелә. Бынан тыш,  ул  төшкөһөн артыҡ күп  ашауҙан да  һаҡлай. 

Тимер ҡайҙа
юғала?

Стресс кисергәндә, юҡ-барға көйгәндә организмдан минераль матдәләр юғала башлай. Атап әйткәндә, туҡымаларға һәм күҙәнәктәргә кислород таратыусы гемоглобин етеш­тереүгә ярҙам итеүсе тимер юҡҡа сыға. Туҡымаларҙа кис­лородтың  етмәүе  арыуҙың тағы бер сәбәбе булып тора. Шунлыҡтан хроник стресс булғанда  күберәк күркә ите, шпинат, йөҙөм һәм көнбағыш ашарға кәңәш ителә. Организм тимерҙе күберәк үҙ­ләштерһен өсөн был аҙыҡ­тарҙы С витаминына бай ризыҡтар менән ҡушып ашарға кәрәк.
Көнө буйы тәненә көсө ет­мәгән кешеләрҙең организмы аҙыҡ-түлек менән магний һәм калий ҙа алып еткермәй. Тап ошо матдәләр мускул­дарҙы нығыта һәм матдәләр алмашыныуында төп роль уйнай. Тимәк, организмға икенсе, беренсе сорт ондан бешерелгән икмәк, бойҙай шытымдары, диңгеҙ балығы, майһыҙ ит, һөт, сәтләүек, банан, әфлисун, ҡарабойҙай ярмаһы кәрәк. 

Нисек арыуҙан
ҡотолорға?

Тиҙ арыусан кешеләр үҙ­ҙәренең тормошон тылсымлы эсемлек – ҡәһүәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.  Ысынлап та,  ул тиҙ арала арығанлыҡ тойғоһон баҫа, көс-дәрт өҫтәй. Әммә уны йыш эсеү ярамай. Нервыларҙың ҡуҙғыуы, йө­рәктең йышыраҡ тибә  башлауы, үҙәк көйөүе – был эсемлекте артығыраҡ эсеүҙең билдәләре. 
Кемдер, миңә татлы ри­зыҡтар көс өҫтәй, тиер. Ун­дайҙар, ғәҙәттә, шоколад, кән­фит, пирожный ашарға ярата. Әммә шәкәр организмға ың­ғай йоғонто яһаһын өсөн, хәрәкәт итергә лә кәрәк. Юғиһә бындай татлы ри­зыҡтарҙың файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал.

Физкультура
менән массаж
көс бирә

Кеше тик ултырғанда организм көсөргәнешле эшләй, сөнки  ҡан әйләнеше яй бул­ғанлыҡтан,  туҡымаларға кислород насар бара. Һәм мускулдар көсөн юғалта.  Бынан тыш, калория ла әҙ тотонола, һөҙөмтәлә кеше һимерә  һәм яй  ҡыбырлай башлай, үҙен хәлһеҙ тоя. 
Өҫтәл, компьютер артын­дағы эш көнөнән һуң 10 минут саф һауала шәп кенә итеп йөрөп килеү хәлһеҙлектән арынырға ярҙам итә, көс өҫтәй. Ул организмға ике тапҡырға күберәк кислород бирер, ә ҡан тамырҙары буйлап  ҡан ике тапҡырға күберәк үтер. Һөҙөмтәлә ҡандағы май энергияға әүерелер. Ҡайһы бер осраҡта  бер нисә  минут ҡына физкультура менән шөғөлләнеү ҙә көн буйына  етерлек энергия бирә. 
Ә хәҙер үҙегеҙҙең тын алышына иғтибар итегеҙ.  Әгәр ҙә өҙөк-өҙөк итеп, өҫтән генә тын алаһығыҙ һәм күкрәк өлөшө генә һауа менән тула икән, тимәк, дөрөҫ тын ал­майһығыҙ. Күкрәк менән генә тын алыу организмға кислород барыуын кәметә. Тын алған ваҡытта эс тә хәрәкәт итергә тейеш.  Тулы итеп тын алғанда иң тәүҙә ҡорһаҡ өлөшө һауа менән тулһын, шунан ғына күкрәк ситлеге.  Шунлыҡтан яйлап ҡы­на 6 секунд дауамында тын алып, шулай уҡ әкрен генә 6 – 7 секундта һауаны сы­ғарырға өйрәнегеҙ.   Көнөнә бер нисә тапҡыр шулай тын алғанда ла, көс-дәрт өҫтәлеүен тойор­һоғоҙ.
Һәм тағы ла үҙегеҙгә еңел­лек, көс, кәйеф өҫтәү өсөн 3 минут 30 – 33 градуслы һалҡынса ванна инеп алырға мөмкин. Ул тынысландыра, нервы системаһы эшмә­кәрлеген көйләй.   Һалҡынса душ та  шундай уҡ һөҙөмтә бирер.  

С.Лотфуллина

Читайте нас