

Дәүләт башлығының төп ҡарары – вице-премьер – финанс министры вазифаһын булдырыу: был вазифаға финанс министрлығының әлеге етәксеһе Антон Силуанов тәғәйенләнде. Шулай итеп, ул ведомство етәксе урынын һаҡлап ҡалды һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары статусын алды. Федераль вице-премьерҙар һаны 11-гә етте.
Указға ярашлы, Юрий Трутнев президент ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде һәм вице-премьер — Алыҫ Көнсығыш федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһынан бушатылды. Дмитрий Ядров РФ транспорт министрлығын етәксеһе итеп билдәләнде. Андрей Никитин – транспорт тармағы өсөн яуаплы вице-премьер, Ирина Окладникова вице-премьер — министрҙар кабинеты аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Олег Кожемяко вице-премьер – президенттың Алыҫ Көнсығыш федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһын алды.