

Аллаһы Тәғәлә биргән һәр яңы көнгә, ғүмеребеҙгә һәм һаулығыбыҙға шөкөр итеп йәшәргә яҙһын. Йөрәгеҙ иман нуры менән тулһын, күңелебеҙҙә изгелек һәм мәрхәмәт артһын!
Ошо мөбәрәк йома көнөндә ҡылған доғаларыбыҙ, изге ниәттәребеҙ ҡабул булһын. Раббыбыҙ һәр беребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете һәм бәрәкәтле ғүмер насип итһен!
Ил-көндәребеҙ имен, күктәребеҙ аяҙ булһын. Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау тыуған йорттарына, ғәзиз яҡындары янына әйләнеп ҡайтһын!
Йома көнө һәр йортҡа — бәрәкәт, һәр ғаиләгә — татыулыҡ, һәр күңелгә өмөт һәм шатлыҡ алып килһен!