

Әле Сәмәрҡәнд ҡалаһында төҙөлөш алып барыла һәм балалар хосписын тиҙ арала асыу планлаштырыла – уның концепцияһы тулыһынса Башҡортостан тәжрибәһенә нигеҙләнә. 20 октябрҙә хеҙмәттәшлекте Үзбәкстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Милли социаль яҡлау агентлығының Балалар хосписы һәм «Өфө хосписы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған медицина ойошмаһы араһында үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандум менән нығыттылар.
Документ ауыр һәм дауалап булмаҫлыҡ сирле балаларға паллиатив һәм хоспис ярҙамы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығыта. Яҡтар иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу, норматив‑хоҡуҡи базаны үҫтереү, берлектәге белем биреү һәм мәғрифәтселек проекттарын тормошҡа ашырыу, конференциялар һәм семинарҙар үткәреү, белгестәрҙе һәм ирекмәндәрҙе уҡытыу тураһында һөйләшеп килеште.
Проектты координациялауҙа халыҡ-ара консультация ярҙамы эшсе төркөмө мөһим роль уйнай, уға «Бәхет территорияһы» Һәм «Өфө хосписы» хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова инә. Уның инициативаһы буйынса даими рәүештә Үзбәкстан яғы менән техник һәм концептуаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәләр үтә.
Бынан алда Каринэ Хәбированың Милли социаль яҡлау агентлығы директорының беренсе урынбаҫары Шахноза Мирзиеева менән осрашыуында балаларҙың именлеге, паллиатив һәм хоспис ярҙамын үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ Сәмәрҡәндтә Балалар хосписын булдырыу барышы тикшерелде.
- Беҙ Балалар хосписын төҙөргә булдыҡ, һәм һеҙ беҙҙе ҡеүәтләнегеҙ. Бының өсөн рәхмәт! Бергәләп эште тамамларбыҙ, тип ышанам: хосписты асырбыҙ, һәм ул балалар һәм уларҙың ғаиләләре мәнфәғәтендә хеҙмәт итер. Һеҙҙе табыу-ҙур бәхет. Һеҙ проектлау менән дә, белгестәр менән дә ярҙам иттегеҙ. Беҙ бик яҡшы эш башланыҡ һәм бергәләп һөҙөмтәгә шатланасаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Шахноза Мирзиеева. Үзбәкстанға, Сәмәрҡәндкә рәхим итегеҙ!
Каринэ Хәбирова, үҙ сиратында, 21-22 октябрҙә Сәмәрҡәндтә үтәсәк «Балалар именлегенә инвестициялар» бөтә донъя саммитына Башҡортостан Республикаһы делегацияһын саҡырғаны өсөн Үзбәкстан яғына рәхмәт белдерҙе. Ул был майҙансыҡтың төрлө илдәрҙән килгән белгестәр араһында тәжрибә уртаҡлашыу өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Паллиатив ярҙам-ул балаларыбыҙға ғына түгел, бөтә ғаиләгә, бөтә йәмғиәткә ярҙам. Бындай мәсьәләләргә иғтибар биргәндә, һәр беребеҙ, тотош йәмғиәт үҫешә, - тип билдәләне Каринэ Хәбирова. – Хоспис өҫтөндә эшләгәнегеҙ өсөн командағыҙға ҙур рәхмәт: ул иҫ киткес-кешеләр көнө-төнө күңел һәм йөрәк менән эшләй.
«Бәхет территорияһы» һәм «Өфө хосписы» хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова шулай уҡ Сәмәрҡәндтә Балалар хосписы төҙөлөшө майҙансығында булды. Генераль пландар һәм детекле һыҙмалар менән проект әҙерләнгән һәм әле Башҡортостан яғы менән берлектә эшкәртелә; параллель рәүештә кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу башланды.