Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октября , 11:45

24 октябрҙән көҙгө каникул башлана

Балаларҙың каникулы күңелле, имен-аман үтһен!  

Добавить в предпочтительные источники Google
24 октябрҙән көҙгө каникул башлана24 октябрҙән көҙгө каникул башлана
24 октябрҙән көҙгө каникул башлана

Башҡортостан  мәктәптәрендә 24 октябрҙән көҙгө каникул башлана. Беренсе сиректән һуң уҡыусыларҙы 12 көнлөк ял көтә. Балалар, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнән һуң, 5 ноябрҙә ҡабат парта артына ултырасаҡ.

Ата-әсәләргә мөрәжәғәтендә республикабыҙҙың мәғариф министры каникул осоронда күп балаларҙың буш ваҡытын өйҙән һәм мәктәптән ситтә үткәреүен билдәләне. Шуға күрә уларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләү айырыуса мөһим.

«Балаларҙың хәүефһеҙлеге барыбыҙ өсөн дә өҫтөнлөклө бурыс булып ҡалырға тейеш. Зинһар, ошо осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырыуса иғтибар итегеҙ. Балаларға урамда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, хәүефтән нисек һаҡланырға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклеген иҫкә төшөрөү мөһим», — тине Илдар Мәүлетбирҙин.

Ҡотҡарыусылар килтергән мәғлүмәттәр ҙә был иҫкәртеүҙең урынлы булыуын күрһәтә: 2026 йыл башынан республика һыу ятҡылыҡтарында ете бала батып үлгән. Ә янғындарҙа балаларҙың ғүмере өҙөлөүенә күпселек осраҡта уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу сәбәпсе булған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре ноябрҙә үк һыу ятҡылыҡтарында йоҡа боҙ барлыҡҡа килә башлауын да иҫкәртә. Ул әле ныҡлы булмай һәм кеше ауырлығын күтәрә алмай.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙың ҡайҙа һәм кем менән ваҡыт үткәреүен белеп тороғоҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен бергәләп ҡабатлағыҙ. Балаларҙың көҙгө каникулы күңелле лә, имен дә үтһен!

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова