

2026 йылдың 16 октябрендә БР Фәндәр академияһында Башҡортостан менән Беларусь араһындағы тарихи, этномәҙәни һәм йәмәғәт бәйләнештәренә арналған ике фәнни баҫманың исем туйы үтте.
Сарала «Башҡортостан Республикаһындағы белорустар һәм Беларусь Республикаһындағы башҡорттар» һәм «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан һәм Беларусь (1941–1945 йылдар): хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары» исемле китаптар тәҡдим ителде. Баҫмалар БР Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институты тарафынан дәүләт заданиеһы нигеҙендә, архив документтарына һәм тарихи сығанаҡтарға таянып әҙерләнгән һәм нәшер ителгән.
Беренсе китап Башҡортостанда йәшәгән белорустарҙың һәм Беларустә йәшәгән башҡорттарҙың милли йолаларын, мәҙәни мираҫын һаҡлауға, шулай уҡ милләт-ара диалогты үҫтереүгә арналған. Икенсе баҫмала ике төбәк халҡының нацистарҙы тар-мар итеүгә индергән өлөшө, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары яҡтыртыла.
Сарала Фәндәр академияһы, дәүләт власы органдары, мәҙәниәт учреждениелары, музейҙар, милли-мәҙәни үҙәктәр, йәмәғәт ойошмалары һәм фәнни берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.
Презентацияны Башҡорт энциклопедияһы институты директоры вазифаһын башҡарыусы Рания Хәсәнова асты. Ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамазанов һәм республиканың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Фәттахов мөрәжәғәт итте.
Сараға айырым йәм өҫтәгән мәҙәни программа ла тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Азат Биксурин ҡурай яһап күрһәтте, был милли музыка ҡоралы тураһында легенда һөйләне һәм төрлө халыҡтарҙың көйҙәрен башҡарҙы. Ольга һәм Борис Власовтарҙан, шулай уҡ уларҙың ҡыҙҙары Арина Крулдән торған «Вересень» ғаилә ансамбле белорус йырҙарын башҡарып, милли музыкаль мәҙәниәттең үҙенсәлеген сағылдырҙы.
Китаптар күрһәтеү Башҡортостан менән Беларусь араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуҙа һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа мөһим ваҡиға булды. Яңы баҫмалар фәнни-тикшеренеү эштәре һөҙөмтәләрен, архив документтарын һәм тормошо ике халыҡ тарихы менән бәйле булған кешеләрҙең яҙмыштары хаҡындағы материалдарҙы берләштерә. Дөйөм тарихи мираҫты өйрәнеү һәм киң танытыу халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға, милли йолаларҙы һаҡлауға һәм ҡаһарманлыҡҡа бай үткәндәр тураһындағы хәтерҙе киләһе быуындарға тапшырыуға булышлыҡ итә.