Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октября , 10:33

Учалыла мәктәпте шартлатырға теләгәндәрме?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән Өфө, Учалы һәм республиканың башҡа райондарындағы ҡайһы бер мәктәптәргә һәм колледждарға электрон почта аша ҡурҡытыу хәбәрҙәре килгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Учалыла мәктәпте шартлатырға теләгәндәрме?Учалыла мәктәпте шартлатырға теләгәндәрме?
Учалыла мәктәпте шартлатырға теләгәндәрме?
Белгестәр әйтеүенсә, был — кешеләрҙе ҡурҡытыу, уҡыуҙы туҡтатыу һәм халыҡ араһында паника тыуҙырыу өсөн ебәрелгән ялған хәбәрҙәр. Ошондай уҡ хәлдәр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелә.

Балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн уҡыу йорттарынан кешеләрҙе ваҡытлыса сығарғандар. Белгестәр биналарҙы тикшерә.

Тикшереү тамамланған урындарҙа хәүефле әйберҙәр табылмаған. Уҡыусылар һәм студенттар дәрестәренә кире ҡайтҡан. Хәл яуаплы органдарҙың күҙәтеүе аҫтында.

Ата-әсәләрҙе һәм уҡыусыларҙы борсолмаҫҡа, имеш-мимештәргә ышанмаҫҡа һәм тикшерелмәгән хәбәрҙәрҙе таратмаҫҡа саҡыралар.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова