Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октября , 06:17

Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы

Рәсәй президенты Владимир Путин педагогтарҙы һөнәри байрамы, Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланыВладимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы
Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы

Дәүләт башлығы билдәләүенсә, 2026 йылдан дәүләт кимәлендә педагогтың айырым статусы нығытылған. Был йәмәғәтселектең уҡытыусы миссияһын таныуын сағылдыра, тейешле ярҙамды ла, профессиональ үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәрҙе лә гарантиялай.

«Һөнәри оҫталыҡ конкурстары ҙур роль уйнай. Улар көслө, талантлы педагогтарҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, ҡыҙыҡлы һәм алдынғы тәжрибәләрҙе таратырға, ғөмүмән, белем биреү сифатын күтәрергә ярҙам итә», — билдәләне Владимир Путин.

Тулыраҡ – Кремль сайтында.

Автор:Айбулат Ишназаров