Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября , 04:30

Шағирә Лилиә Һаҡмар

#ЮлайКәримовфотоһы

Добавить в предпочтительные источники Google
Шағирә Лилиә ҺаҡмарШағирә Лилиә Һаҡмар
Шағирә Лилиә Һаҡмар

Әйткәндәй, уның бөгөн тыуған көнө

ҺӨЙӨҮ ҺҮҘЕ – БӨЙӨК ҠАНУН

Күрәһеңме, ҡулдарымдан
Гөлдәр тама, усаҡ яна,
Һәр һүҙеңдән, һәр ымыңдан
Яҡыная ике ара.

Иренемдән балдар тама
Һинең йылы ҡарашыңдан –
Яралғанбыҙ мин тик һине,
Ә һин мине яратырға.

Яралғанбыҙ бер йән булып –
Ғәйбәт һөйләп ҡаңғырмағыҙ,
Йөрәктәргә яра һалып,
Бер бөтөндө айырмағыҙ!

Ҡайырмағыҙ пар ҡанатты
Көнсөл, яһил ҡулдар менән,
Һеҙгә түгел, беҙ бит бары
Тик һөйөүгә ҡолдар гелән.

Һөйөү һүҙе – бөйөк ҡанун,
Һинең ҡаның, минең ҡаным,
Ҡояш кеүек бергә яныу,
Бер бөтөндә, ерҙә ҡалыу!

 

#ЮлайКәримовфотоһы

Автор:Юлай Кәримов