

Учреждениеның баш табыб Илшат Яппаров белдереүенсә, был юғары аныҡлыҡтағы диагностика комплексы булып тора. Йөрәк менән бәйле күп проблемалар тик ул интенсив эшләй башлағас ҡына күренә.
Тикшереү ваҡытында табип ЭКГ контроле аҫтында көсөргәнеш тесты үткәрә. Был йөрәктең физик эште нисек башҡарыуын күрһәтә: миокардҡа ҡан менән тәьмин итеү өҙөлөүенең ҡайҙа булыуын (йәшерен ишемияны асыҡларға), ритм боҙолоуының ниндәй кимәлдә барлыҡҡа килеүен, стресстан һуң организмдың ни тиклем тиҙ һәм сифатлы тергеҙелеүен күрергә мөмкинлек бирә. Велоэргометр инфаркттан һуң хәүефһеҙ реабилитация, йөрәк сыҙамлығын тикшереү һәм йәшерен проблемаларҙы асыҡлау өсөн кәрәкле әйбер булып тора.