Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Октября , 07:23

БЮТ тура эфирында гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында приздар уйнатыласаҡ!

Һәр ярты йыл һайын «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто «Яҙыл һәм от» акцияһы иғлан итеп, республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйната. Был юлы унда бер нисә йөҙ кеше ҡатнаша. Уларҙың һәр береһе киләһе йыллыҡҡа нәшриәт йортоноң ике баҫма гәзит-журналына яҙылды һәм квитанцияларын ебәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
БЮТ тура эфирында гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында приздар уйнатыласаҡ!БЮТ тура эфирында гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында приздар уйнатыласаҡ!
БЮТ тура эфирында гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында приздар уйнатыласаҡ!

6 октябрҙә иртәнге сәғәт 07.45 тигәндә БЮТ телеканалында «Сәләм» программаһының тура эфирында ҡар таҙартыу машинаһы, туңдырғыс, телевизор, ноутбук һәм робот саң һурҙырғыс хужаларының исемдәре билдәле буласаҡ. Төп бүләк – Мәсетле районындағы "Ҡарағай" шифаханаһына бер аҙнаға юллама!
 
☝️Киләһе уйындарҙа «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң ике баҫмаһына яҙылыусы һәр кем ҡатнаша ала. Акцияға ошонда ҡушылырға: https://podpiska.rbsmi.ru/. 
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән 2027 йылдың I яртыһына яҙылыу кампанияһы башланды. "Йәшлек"кә почта бүлексәһе аша ғына түгел, онлайн аша ла яҙылырға мөмкин.

Автор:Айбулат Ишназаров