Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентября , 02:00

Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәк

Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы Ҡурай көнөнә арналған саралар үткәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәкӨфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәк
Өфөлә Ҡурай көнөнә арналған саралар үтәсәк

Улар «Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер юлы бер нисә майҙансыҡта үтәсәк.

7 октябрҙә Өфөнөң «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә Ҡурай көнөнә һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция (0+) үтәсәк. Программала пленар сессия, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейҙың күргәҙмәһе, тематик күргәҙмәләр, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Сара БР Ҡурайсылар союзы сафын тулыландырыу менән тамамланасаҡ - буласаҡ традицияларҙы һаҡлаусылар тәүге танытмаларын аласаҡ.

6 октябрҙә Өфө ҡалаһының Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы булышлығында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн балалар сәнғәт мәктәптәрендә башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Дәрестәр Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция программаһына инәсәк.

Билдәләп үтәйек, 2025 йылдың 10 октябрендә Башҡортостанда тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Ҡурай көнө - республиканың төп музыкаль символына арналған байрам билдәләнде.

  

Автор:Айбулат Ишназаров