

Иҫәпте капитан ролендә боҙға сыҡҡан Шелдон Ремпал асты. Икенсе шайба -Сергей Варлов иҫәбендә. Девин Броссо өсөнсө шайба менән уйынға елле нөктә ҡуйҙы. Мәскәүҙәр тырыша торғас, иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартты-ҡыҫҡартыуын. Тик хәл иткес өсөнсө осорҙа хужалар бик тупаҫ уйнап, йыш штраф эскәмйәһенә эләкте.Хатта бер-бер артлы өс уйынсы хаталанды . Улар үҙ мөмкинлектәрен файҙаланып, бөгөн тыуған көнөн билдәләгән баш тренерҙары Леонид Тамбиевты ҡыуандыраһы урынға "Салауат"тың көйәрмәндәрен һөйөндөрҙө. Был команданы беҙҙекеләрҙең 2022 йылдың октябренән бирле еңгәне юҡ ине. Көслө дәғүәсене еңгән юлаевсыларға афарин!