

Темирлан Механизация һәм электрлаштырыу колледжын тамамлап, иретеп йәбештереүсе һөнәрен алған. Хеҙмәт юлын пехотала башлаған. Һуңынан пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе үҙләштергән.
Хәрби подразделениела айырым БПЛА взводы ойошторолғас, Темирлан үҙ теләге менән ошо бүлеккә күскән. Уның һүҙҙәренсә, дрондар разведка мәғлүмәттәрен алырға һәм хәрбиҙәр өсөн хәүефте кәметергә ярҙам итә.
Яугирҙың хеҙмәте ике награда менән билдәләнгән: Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалы һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы. Ә өйҙә Темирланды уның иң яҡын кешеләре — ата-әсәһе, ағаһы һәм һеңлеһе көтә.