Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентября , 05:11

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың интерактив картаһы

БР Ғаилә порталында 994 ойошма тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә 100 процентҡа тиклем ташламалар тәҡдим итә!

Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың интерактив картаһыБашҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың интерактив картаһы
Башҡортостанда балалы ғаиләләр өсөн ташламаларҙың интерактив картаһы

Кейем, мебель һәм аҙыҡ-түлекте отошло хаҡҡа һатып алырға теләйһегеҙме? Музейға барырға йәки баланы түңәрәккә яҙҙырырға? Порталда аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, етем балалар, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләр өсөн махсус тәҡдимдәр бар.

👉 Башҡортостандың Ғаилә порталына инегеҙ.

Категория йәки районды һайлау етә – интерактив карта кәрәкле тәҡдимдәрҙе күрһәтәсәк. Һәр акцияның шарты менән ойошманың карточкаһында танышырға мөмкин.

Балалар өсөн тауарҙар һатҡан йәки балалы ғаиләләр өсөн хеҙмәт күрһәткән республика ойошмалары үҙҙәренең акцияларын һәм ташламаларын ошо һылтанма буйынса өҫтәй ала.

Ярҙам «Ғаилә» милли проекты аша күрһәтелә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас