Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентября , 05:05

Дрондар менән идара итеү — ҙур яуаплылыҡ

Муса Гәрәев исемендәге яңы батальондың полигонында эш бер минутҡа ла туҡтамай. Уҡыу майҙансыҡтарында һәм махсус кластарҙа иртәнән кискә тиклем әҙерлек бара: инструкторҙар дәрестәр үткәрә, яугирҙар тренажёрҙарҙа шөғөлләнә, техника менән таныша, зачеттар тапшыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дрондар менән идара итеү — ҙур яуаплылыҡДрондар менән идара итеү — ҙур яуаплылыҡ
Дрондар менән идара итеү — ҙур яуаплылыҡ

Был подразделениела махсус контракт буйынса хеҙмәт итергә килгән яугирҙар араһында пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары ла әҙерләнә. Бөгөнгө шарттарҙа уларҙың эше айырыуса мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Батальонда операторҙарҙы әҙерләү эше бер нисә этаптан тора. Башта яңы килгәндәр тренажёрҙарҙа шөғөлләнә. Унда улар дрон менән идара итеүҙең төп ҡағиҙәләрен үҙләштерә, төрлө осоу шартын өйрәнә.

Инструктор, «Стив» позывнойлы яугир әйтеүенсә, уҡыу барышында егеттәр техниканы йыйыу, уның айырым өлөштәрен көйләү һәм аппарат менән эшләүҙең башҡа кәрәкле күнекмәләрен үҙләштерә. Шунан һуң ғына улар реаль осоштарға күсә.

— Башта курсанттар бында дрон менән идара итеү күнекмәләрен камиллаштыра. Тренажёрҙа реаль аппарат менән идара итеүгә яҡын шарттар булдырылған. Был яңы операторға үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡарарға һәм практик осошҡа әҙерләнергә ярҙам итә, – ти «Сова» позывнойлы яугир.

Башланғыс әҙерлектән һуң яугирҙҙар зачет тапшыра. Уны уңышлы үткәндән һуң ғына ысын аппарат менән эшләүгә күсәләр.

Дрон операторы булыу — пульт менән идара итә белеү генә түгел. Белгестән техниканы, уның эш принциптарын һәм осош үҙенсәлектәрен яҡшы аңлау талап ителә.

— Пилотаж күнекмәләрен даими шөғөлләнеп камиллаштырырға мөмкин. Ә теорияны аңлау күпкә ҡатмарлыраҡ. Кеше аппаратты идара итеү менән генә сикләнмәйенсә, уның нисек һәм ниндәй принцип буйынса эшләүен дә белергә тейеш, — ти «Сова».

Шуға күрә имтихан ваҡытында теорияға ҙур иғтибар бирелә. Практик өлөштә иһә курсанттың аппарат менән идара итеүе, уны һауаға күтәреүе, билдәле нөктәлә тотоп тороуы һәм хәүефһеҙ төшөрөүе баһалана.

 

Кемдеңдер уҡыу программаһын үҙләштерә алмауы ла ихтимал. Был осраҡта яугир хеҙмәтен батальонда дауам итә, тик үҙенә яҡыныраҡ булған башҡа йүнәлештә вазифа таба.

Командирҙар билдәләүенсә, батальонға килгән йәш хәрбиҙәрҙең күбеһе яңы техника менән эшләүгә тиҙ яраҡлаша.

21 йәшлек «Брачо» позывнойлы яугир ҙа махсус контракт буйынса Муса Гәрәев исемендәге БПЛА батальонында хеҙмәт итә.

— Бында уҡыу яҡшы ойошторолған. Теорияға ла, практикаға ла ҙур иғтибар бирелә. Бала саҡтан компьютер уйындары менән ҡыҙыҡһына инем. Был пульт менән идара итеүҙе тиҙерәк үҙләштерергә ярҙам итте, — ти ул.

Бөгөн дрондар менән эшләү — заманса хәрби әҙерлектең мөһим өлөштәренең береһе. Әммә уның нигеҙендә барыбер кешенең белеме, иғтибары, яуаплылығы һәм даими күнекмәһе ята.

Муса Гәрәев исемендәге батальонда ла төп маҡсат — һәр хәрбиҙе үҙ бурыстарын яҡшы белгән, техниканы аңлаған һәм ҡуйылған мәсьәләләрҙе сифатлы үтәй алған белгес итеп әҙерләү.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова