

Уның һүҙҙәренсә, хәрәкәттең штабына һайлау барышы буйынса 8,5 меңдән ашыу мәғлүмәт килгән. Уларҙың барыһы ла эшкәртелә.
Заһит Ғүмәров өсөн быйыл штабта эшләү — тәүге тәжрибә. Ул штабтағы эштең асыҡ һәм ойошторолған булыуын билдәләне.
— Йәштәрҙең тауышын ишетеү бик мөһим. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә йәштәрҙең һайлау тураһында үҙ фекерен белдергән ҡыҫҡа видеолары күп. Был йәш быуындың йәмәғәт тормошона ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә, — тине ул.
Йәш йәмәғәтсе шулай уҡ төрлө төбәктәрҙән килгән йәштәр менән тура бәйләнештәр ойошторолоуын билдәләне. Уның фекеренсә, бындай аралашыу тәжрибә уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек бирә.
Заһит Ғүмәров йәштәрҙең ил һәм республика тормошона битараф булмауын билдәләп, уларҙың әүҙемлеген артабан да дауам итеүе мөһим, тип белдерҙе.
Юлай Кәримов фотолары.