Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентября , 06:16

Халыҡты нимә борсой?

Республика халҡынан килгән мөрәжәғәттәр тураһында Башҡортостандың ЦУР-ынан журналистарға һәм Йәмәғәт матбуғат үҙәге ҡатнашыусыларына үҙәк хеҙмәткәре Галина Морозова һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡты нимә борсой?Халыҡты нимә борсой?
Халыҡты нимә борсой?

Уның һүҙҙәренсә, халыҡтан килгән һәр хәбәр күҙәтеүҙә тора һәм иғтибарһыҙ ҡалмай. Әлеге ваҡытта кешеләрҙе иң ныҡ борсоған биш төп мәсьәлә — юлдар, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр. ЦУР хеҙмәткәрҙәре халыҡ мөрәжәғәттәрен даими күҙәтеп, проблемаларҙы хәл итеү буйынса эште дауам итә.

 

Юлай Кәримов фотоһы

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова