Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентября , 05:55

Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»

 Йәмәғәт матбуғат үҙәге менән блогерҙар ҙа бәйләнешкә сыҡты.  

Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»
Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»

Учалы районының 3145-се һайлау участкаһында эшләгән Динара һайлау барышы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, участкала етди боҙоуҙар юҡ, һайлау тыныс һәм ойошҡанлы бара. Халыҡ беренсе көндө үк бик әүҙем булған. Айырыуса ғаиләләрҙең балалары менән бергә һайлауға килеүе ҡыуандыра.

Динара билдәләүенсә, комиссия ағзалары үҙ эштәрен тейешенсә башҡара, һайлау тыныс шарттарҙа дауам итә. Һайлау тыныс һәм әүҙем бара.

Аскино районында 899-сы һайлау участкаһында блогер Әлиә Ғильванова һайлау барышын күҙәтә. Уның әйтеүенсә, халыҡ әүҙем, һайлауға йәштәр ҙә, ғаиләләр ҙә килә. Аскинола һайлау менән бергә мәктәп йәрминкәһе лә үтә.

Янауыл районының 3405-се участкаһында күҙәтеүсе Зөлфиә Мозафарова ла һайлаусыларҙың әүҙемлеген билдәләй. Кешеләрҙең ғаиләләре менән килеүе, йәштәрҙең һәм өлкәндәрҙең тауыш биреүе айырыуса ҡыуандыра. Участкаларҙа күҙәтеүселәр берҙәм эшләй, әлегә боҙоуҙар күҙәтелмәгән.

 

Юлай Кәримов фотолары

Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»
Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»
Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»
Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»
Блогерҙар: «Һайлаусылар бик әүҙем»
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас