

Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2026 йылғы һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы ағзаһы Тимур Вәлитов һайлауҙарҙы ойоштороуға туҡталды. Ул һайлау участкаларында видеокамераларҙың һәм күҙәтеүселәрҙең эшләүен билдәләне. Уның фекеренсә, был һайлау барышын асыҡ һәм күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Политолог, Өфө фән һәм технологиялар университетының өлкән уҡытыусыһы Арсен Шаяхметов йәштәрҙең һайлауҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Ул сәйәси тормош менән ҡыҙыҡһынған, ниндәйҙер үҙгәрештәргә өлөш индерергә теләгән йәштәрҙең тауыш биреүгә килеүен билдәләне. Әммә ҡайһы бер йәштәр һайлауҙарға әлегә ҙур әһәмиәт бирмәй, сәйәси процестарҙан ситтә ҡала. Социология һәм йәштәр менән эш кафедраһы доценты Владимир Ковров һайлаусыларҙы үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын иҫкә төшөрөп, һайлау участкаһына килергә саҡырҙы. Ул студенттарының да һайлауҙа ҡатнашыу темаһы менән ҡыҙыҡһыныуын һөйләне. Политолог, БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы Игорь Зөбәйҙуллин депутаттарҙың парламенттағы эшмәкәрлеге, закондар ҡабул итеүе һәм уларҙың киләсәккә йоғонтоһо тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге осрашыуҙа шулай уҡ төрлө быуын вәкилдәренең һайлауҙа ҡатнашыуы, гражданлыҡ позицияһы һәм һайлаусыларҙың әүҙемлеге тураһында һүҙ барҙы.
Юлай Кәримов фотоһы