

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәрйәм Иҫәнова илдә һәм донъяла барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына. РФ Дәүләт Думаһына һайлау буласағын белгәс, оҙон ғүмерле инәй яҡындарын мотлаҡ тауыш бирергә тейешлеге тураһында алдан иҫкәрткән. Бөгөн УИК мобиль төркөмө уға ҡунаҡҡа килде - ғүмеренең 33 йылын уҡытыуға бағышлаған педагогика ветераны үҙ һайлауын өйҙә яһаны.
"Мин Бөйөк Ватан һуғышын, һуғыштан һуңғы ауыр ваҡытты, 90-сы йылдарҙы күрҙем. Рәсәй һәр ваҡыт көслө була, бер ҡасан да һәм бер ниндәй шарттарҙа ла дошман алдында баш эймәй. Мин хатта шундай йәштә лә илебеҙҙең, уның халҡының яҡты киләсәгенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуыма шатмын", - тигән инәй.
Фото: Айһылыу Вәхитова