Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября , 03:36

Башҡортостанда һайлау башланды

Теүәл сәғәт 8-ҙә республикала һайлау участкалары асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда һайлау башландыБашҡортостанда һайлау башланды
Башҡортостанда һайлау башланды

Һайлау өс кимәлдә үтәсәк: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау һәм муниципаль һайлау.

Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем үткәрелә.

Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау һәм улар менән берләштерелгән һайлау өс көн буйына — 18-20 сентябрҙә бара. Тауыш биреү көнөнә 18 йәше тулған бөтә граждандар ҙа үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙалана ала. 

Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 18-20 сентябрҙә – Башҡортостанда "Рәхмәт" акцияһы уҙғарыла. Был юлы ташламалар ғына була: бер ниндәй ҙә бүләктәр уйнатылмай. 

Һайлау буйынса ҡыҙыу элемтә телефоны: 8-800-200-00-20.

Тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләре дүшәмбе, 21 сентябрҙә, иртәнсәк билдәле була. Дәүләт Думаһына һайлауҙың дөйөм һөҙөмтәләрен Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 5 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса билдәләргә һәм 11 октябргә тиклем рәсми рәүештә иғлан итергә тейеш. 

Автор:Айбулат Ишназаров