Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентября , 07:57

Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары сираттан тыш 35-се ултырышта БР Юғары суды рәйесе Раил Шәйҙуллиндың отставкаһы тураһында мәсьәләне ҡарауҙы кисектерергә ҡарар итте. Мәсьәләне көн тәртибенә индереү тәҡдиме менән депутат Виктор Гурьев сығыш яһаны.

Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелдеБашҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде
Башҡортостан Юғары суды рәйесенең отставкаһы мәсьәләһе кисектерелде

 

Парламентта Дәүләт Йыйылышының БР Юғары суды етәкселегенең һәм уның судьяларының РФ ҡануниәте һәм Судьялар этикаһы кодексы талаптарын үтәү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәте тураһында ҡарар проекты әҙерләнде, тип билдәләне ул. Депутаттар килеп тыуған хәлгә бик борсола, Юғары суд етәкселегенең ғәмәлдәре тейешле хоҡуҡи баһа алырға һәм артабан вәкәләттәрен туҡтатырға тейеш, тип иҫәпләй улар.

Уның докладынан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙ алды. Судьялар коллегияһында «бөтә закондар һәм этик нормалар боҙола», тип билдәләне ул. Әммә шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе һығымталар яһарға ашыҡмаҫҡа ҡушты.

«Һеҙҙең ҡарарығыҙҙы хөрмәт итеп, мин тағы ла бер тапҡыр был мәсьәләне ҡарауҙы күсереүҙе һәм барыһын да иғтибар менән өйрәнеүҙе һорайым», – тине Башҡортостан Башлығы.

Депутаттар Радий Хәбировтың ҡарашы менән килеште һәм төп көн тәртибенә күсеп, Юғары суд мәсьәләһен ҡарауҙы кисектерҙе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас