

Был хаҡта республиканың РФ президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Быйыл Азат Ғәли улы етәкселегендәне данлыҡлы коллектив 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Рәсәйҙең Милли гвардияһы ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры – профессиональ хәрби-ижади коллектив һәм илебеҙҙең төп хәрби оркестрҙарының береһе.
— Миңә, етәксе булғас, административ һәм ижади эште берләштерергә тура килә, — тип һөйләне Азат Шахмөхәмәтов. — Учреждение тынлы һәм симфоник оркестрҙарҙан тора. Беҙҙең репертуар бик бай, даими тулылана.
Беҙҙә яҡшы солистар-вокалистар, инструменталистар бар. Беҙ ҙур мәғрифәтселек эшен алып барабыҙ, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең дә, граждандарҙың да дөйөм мәҙәниәт кимәлен күтәрәбеҙ. Программаларыбыҙ рус халыҡ йыры, Рәсәй халыҡтары йырҙары, симфонияларҙан тора. Оркестрҙың төп репертуары – һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы осорҙа күренекле авторҙар, композиторҙар, шағирҙар ижад иткән илһөйәрлек рухындағы һоҡланғыс йырҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Азат Ғәли улы — беҙҙең яҡташ, Башҡортостандың Салауат районында тыуып үҫкән. Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән, әле лә хеҙмәттәшлек итә. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә эйә.