

Хәҙер ул — БПЛА операторы. «Хакер» ҡушаматлы яугирҙың яҙмышы һәм хеҙмәте тураһында социаль селтәрҙә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев хәбәр итә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Григорий гидравлик машиналарҙы, гидроприводтарҙы һәм гидропневмоавтоматиканы эксплуатациялау буйынса техник һөнәрен үҙләштерә. Артабан механизатор булып эшләй.
Хәрби комиссариаттан саҡырыу алғас, ул оҙаҡ уйлап тормай — военкоматҡа килә. Хеҙмәт итеү барышында БПЛА взводына үҙ теләге менән ҡушыла. Был һайлау осраҡлы булмай: Григорий технологиялар, яңы техник ҡарарҙар һәм заманса техника менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһына.
— Бөгөн пилотһыҙ осоусы аппараттары ябай техника ғына түгел, ә заманса алыштың иң мөһим сараларының береһе, — ти «Хакер».
Григорий хеҙмәт иткән подразделениеның бурыстары күп төрлө. БПЛА операторҙары ерлекте күҙәтә, разведка мәғлүмәттәре йыя, хәрби һөжүмдәрҙе корректировкалай, FPV-дрондарҙы һәм самолет тибындағы пилотһыҙ аппараттарҙы ҡуллана. Бынан тыш, дрондар алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм кәрәкле әйберҙәр еткереүҙә, шулай уҡ эвакуация барышында ярҙам күрһәтеүҙә файҙаланыла.
Хәрби хеҙмәт менән бер рәттән Григорий белем алыуын да дауам итә. Ул «Синергия» университетында «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» йүнәлеше буйынса уҡый. Диплом алыуына тағы ике семестр ҡалған.
Хеҙмәтенең күп ваҡытын алыуына ҡарамаҫтан, Григорий һәр мөмкинлектән файҙаланып уҡыуына ла ваҡыт бүлергә тырыша. Бөгөн ул Ватан алдындағы бурысын үтәү менән бергә үҙенең белемен камиллаштыра, яңы һөнәр үҙләштерә һәм киләсәккә маҡсаттар ҡуя.
Фото: Т. АМАНОВ.