

ВАТАНЫМ ТАУЫШТАРЫ
Өндәшәһең миңә гелән
Шаулы урманың булып,
Һайрар ҡошоң йәки яҡты
Йылға-һыуҙарың булып.
Алыҫ киңлегең йәй көнө
Йәйғорон тартып ҡуя,
Көҙ еткәс, иген-баҫыуҙар
Һап-һары нурға тула.
Һин, Ватаным, гөлбаҡсалар -
Һандуғас төйәктәре.
Һиндә балҡып сәскә ата
Минең аҡ теләктәрем.
Ата йорто, йәшәү ҡото,
Хәүефһеҙ бала сағым,
Ҡош ояларын үрҙергән
Бәхетле тыуған яғым.
Гел яңғырай күңелемдә
Йәншишмә ағыштары,
Йәншишмә ағыштарында
Ватаным тауыштары.