Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентября , 07:00

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ

#ЮлайКәримовфотоһы

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙҠыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ
Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Осор ҡанаттарын киҫмәгеҙ,
Бөрөләнгән бәхет гөлдәренә
Һалҡын елдәр булып иҫмәгеҙ.

Былай ҙа бит яҙмыш, аяу белмәй,
Көтөп тора тормош юлында,
Уңыш, бәхет, шатлыҡ, мөхәббәтме,
Мәкерлекме уның ҡулында?

Ҡыҙ баланы, зинһар, рәнйетмәгеҙ,
Юҡ-бар сәбәп менән ҡаҡмағыҙ…
…Үҫеп буй еткергән ҡыҙҙарымды
Яҙмыш бер үк үҙе һаҡлаһын

Фирүзә Абдуллина

#ЮлайКәримовфотоһы

Автор:Юлай Кәримов