

– Радий Хәбиров менән осрашыуҙа етди һорауҙар күтәрелде, мәҫәлән, туған тел дәрестәренең сәғәттәрен һанын арттырыу, профилле лагерҙар булдырыу, йәш белгестәр өсөн ташламалар һ.б.
Башҡортостан Башлығы башлығы туған телдәргә, башҡорт теленә үҫеп килгән быуында һөйөү уятыуҙы мөһим икәнлеген ҡабат-ҡабат әйтә килде. Осрашыу барышында, Р.Ф. Хәбиров уҡытыусыларға республикала туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү өсөн ниндәй проекттар, эштәр алып барылыуы тураһында, полилингваль белем биреү хаҡында ла ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
Бөгөнгө көндә йәш уҡытыусыларға мөмкинлектәр күп тиһәм, яңылышмам. Дәрес әҙерләргә, уны үткәрергә, өй эштәрен бирергә йәштәр өсөн яһалма интеллект бар. Уның менән дөрөҫ ҡулланғанда, дәресте үткәреү еңел. Унан тыш, Р.Ф. Хәбиров уҡытыусылар менән осрашҡанда, уҡытыусының статусы тураһындағы Президенттың һәм республика етәксеһенең указдарын иҫкә алды, – тине ул.