

Рәсәйҙәге иң юғары төҙөлөш темптары! Әммә ышаныуы ҡыйын булһа ла, кампус бөтөнләй булмай ҙа ҡалырға мөмкин ине.
Ни өсөн уның төҙөлөшө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөн еңел булманы?
Бында ҙур сәйәсәттең ниндәй ҡатнашы бар?
Проектты ил Президенты Владимир Путиндың шәхси яҡлауы ниндәй әһәмиәткә эйә булды?
Кампустың барлыҡҡа килеүе республиканың иҡтисадын нисек нығыта һәм уның һәр кешеһенең тормошона ниндәй йоғонто яһай?
«Эталонный кампус: история создания» тип аталған махсус репортажда — кадрҙа һәм кадр артында ҡалған ваҡиғалар, шулай уҡ төбәк етәкселәренең эксклюзив аңлатмалары.
16 сентябрҙә
«Россия 24» каналында — 12:00 сәғәттә
«Башҡортостан 24» каналында — 19:00 сәғәттә
Кампустың нисек барлыҡҡа килеүен һәм уның артында ниндәй тарих ятҡанын белергә теләһәгеҙ — ҡарамай ҡалмағыҙ!