

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда Милли кейем көнөнә арналған «Самауырлы ритайым» үтә!
Һеҙҙе дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар, милли сәнғәт һәм билдәле ижади коллективтарҙың сағыу сығыштары көтә!
Сәхнәлә:
Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле
«Гүзәл денс» халыҡ хореография коллективы
«Салауат» өлгөлө бейеү академияһы
«Хазина» этно-проекты
Тимур Ямалов, Ильяс Кинйәғолов, Илнур Һибәтуллин
«Поколение» халыҡ хор коллективы
Ә иң ҡыҙығы — тамашасылар ҙа байрамдың бер өлөшөнә әүереләсәк! Яратҡан йырҙарҙы артистар менән бергә башҡарып, бергәләп күңел асырға мөмкин буласаҡ! 🎶👏
Ғаиләгеҙҙе, дуҫтарығыҙҙы йыйып килегеҙ!
Милли рух, матур моңдар, дәртле бейеүҙәр һәм йылы осрашыуҙар — барыһы ла бер кисәлә!
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙан
11 сентябрь
20:00
Милли мәҙәниәтебеҙҙе бергәләп данлайыҡ! Байрамда күрешкәнгә тиклем!