

Әйтергә кәрәк, яҡташ меценаттарҙы кесе Ватанына ярҙам итеү өсөн берләштереү идеяһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2021 йылда тыуған ауылына ҡайтҡан ваҡытында тыуа. Бөгөн инде бишенсегә «Ватан көсө» форумы үткәрелә.
Кескәй генә «инештән»
Башҡортостан Башлығы башта былай тигәйне: «Атайсал» – дәүләт хәл итергә тейешле проблемаларҙы кешеләр иңенә һалырға тырышыу түгел. Ә тыуған ҡалаһына йәки ауылына ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылыусыларҙың көсөн берләштереү ул.
«Дәүләт хеҙмәтендә йәки эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән һәр беребеҙ тыуған төйәгенә ярҙам күрһәтергә тейеш. Был «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» тигән тезисты бойомға ашырыу ҙа. Республикабыҙҙа ошондай үҙ-ара ярҙам принцибы башҡа төбәктәрҙәгенән айырыла. Был, асылда, шул уҡ өмә, әммә файҙалыраҡ», – тине Радий Хәбиров.
Идея ябай: республикала һәм унан ситтә йәшәгән һәр кем тыуған төйәгенә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, шишмәне, паркты төҙөкләндереү, обелиск ҡуйыу, сиркәү йәки мәсет төҙөү, һәләтле уҡыусылар өсөн премия булдырыу. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостандың һәр мөйөшөндә «бәләкәй генә изге эштәр шишмәләре» ағып сығырға тейеш ине. Әммә ағымдар шул тиклем көслө булып сыҡты, улар ҙур океанға әүерелде. «Атайсал» беҙҙең уртаҡ берҙәмлектең сағылышына әйләнде.
Проектты башлап ебәргәндән алып ҡатнашыусылар дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 40 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырған. Әле проектта ҡатнашыусылар 8 меңдән ашыу. МХО яугирҙәренә ярҙам буйынса 6 меңгә яҡын проект; социаль объекттарға ярҙам күрһәтеү буйынса 5 меңдән ашыу проект ғәмәлгә ашырылған; 1,3 меңдән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған; 500-ҙән ашыу мәсет һәм сиркәү төҙөлгән һәм ремонтланған; меңгә яҡын зыярат, 2 меңдән күберәк һәйкәл һәм обелиск тәртипкә килтерелгән; 1 меңдән ашыу шишмә төҙөкләндерелгән; 16 меңдән күберәк мөһим саралар үткәрелгән.
Яҡташтарыбыҙ бындай ҙур проекттарға аҡса һалырға тейешме? Юҡ, әлбиттә. Ситтә ҡала алырҙар инеме? Юҡ. Сөнки «Атайсал» донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән яҡташтарҙы берләштергән милли идеяға әйләнде.
Проектта ҡатнашыу өсөн юғары статусҡа һәм ҙур финанс мөмкинлектәренә эйә булыу мотлаҡ түгел. Һәр кем көсөнән килгәнсә ярҙам итергә мөмкин. Туғандарҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә, ауылда ата-әсә йортон төҙөкләндерергә, республиканың теләһә ҡайһы мөйөшөндә өмә ойошторорға – был эш һәр беребеҙҙең ҡулынан килә.
Үҙебеҙҙекеләр үҙебеҙҙекеләр өсөн
МХО башланыу менән яугирҙәргә ярҙам «Атайсал»дың төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Меценаттар һәм ирекмәндәр был йүнәлештә 5,5 меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырған. Туҡмас ҡырҡыу, тушенка әҙерләү һәм ойоҡбаштар бәйләүҙән алып гуманитар конвойҙар ойоштороуға тиклем.
«Атайсал»да ҡатнашыусылар Радий Хәбировтың «Барыһы ла Еңеү өсөн» тигән саҡырыуын ишетте һәм яугирҙәребеҙ өсөн ышаныслы тыл булыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев әйтеүенсә, проект стереотиптарҙы емерә һәм кешеләрҙе берләштерә:
«Атайсал» проекты стереотиптарҙы емерә һәм тәрән хис-тойғоларға: мөхәббәткә һәм илһөйәрлеккә ҡоролған. Ул шуның менән үҙенсәлекле. Республикабыҙҙың бик аҡыллы һәм алдынғы ҡарашлы етәксеһе был проектты тейешле ваҡытта иғлан итте, сөнки махсус хәрби операция башланғанда беҙҙә мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөүгә, шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән чаттар бар ине. Был чаттар тиҙ арала үҙгәртелеп, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итә башланы. Беҙ барыбыҙ ҙа Ватаныбыҙ һағында торабыҙ...»
Изге эштәрҙе көҙ һанайҙар
Көҙ көнө, проекттың әүҙем фазаһы тамамланғас, бөтә активистарҙы ҙур форумға йыялар. Изге эштәре өсөн рәхмәт белдереү һәм республикала тормошто тағы ла яҡшыраҡ итеү юлдарын бергәләп уйлау өсөн.
Бөгөн конгресс-холда бишенсе юбилей форумы 1000-дән ашыу яҡташыбыҙҙы: меценаттарҙы, ирекмәндәрҙе, махсус хәрби операция геройҙарын, әүҙем йәштәрҙе һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы берләштерҙе.
Форумсыларҙың иғтибарына бай программа: пленар дискуссиялар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре, милли кейем көнө уңайынан этномода күрһәтеү, асыҡ лекциялар һәм "түңәрәк өҫтәл"дәр әҙерләнде. Һигеҙ тематик майҙансыҡ яҡташлыҡты нығытыуға, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә, мәҙәни кодты һәм туған телде һаҡлауға, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереүгә арналды.