

Һәйкәл өсөн юҡҡа ғына ошо урын һайланмаған, бында даими рәүештә флот ветерандары һәм Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы активистары йыйыла.
Адмирал Фёдор Ушаков бер ҡасан да Башҡортостанда булмаған, әмммә республикала уны хөрмәт итәләр. Данлыҡлы диңгеҙ флоты геройы ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, фиҙакәрлек, ҡаҡшамаҫ ышаныс һәм миһырбанлыҡ өлгөһө булып тора. Быны бюст асыу тантанаһында бер нисә тапҡыр ҡабатланылар.
Тантанала БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев, Мәскәүҙә адмирал Федор Ушаков хөрмәтенә рухи-тарихи комплекстар төҙөлөшө буйынса проекттар системаһы етәксеһе Дмитрий Шлопак, Федерация советы сенаторы Олег Голов, БР Башлығы ярҙамсыһы, МХО ветерандары рәйесе Оскар Ситдиков, «Башҡортостан Республикаһының диңгеҙ йыйылышы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Моратов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов һәм башҡалар ҡатнашты.
Урал Килсенбаев ҡала халҡын республика етәксеһе Радий Хәбиров исеменән ҡотлап, сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. Уның әйтеүенсә, Ушаковҡа һәйкәл асылыу ябай ваҡиға ғына түгел, ә ҡала, республика тормошонда әһәмиәтле көн.
Фото:Башинформ.