Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября , 09:15

Ҡатынын һәм ҡәйнәһен тереләй яндырған

Ҡатынын һәм ҡәйнәһен яндырып үлтереүҙә ғәйепле тип танылған Туймазы районы кешеһенә хөкөм ҡарары сығарылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡатынын һәм ҡәйнәһен тереләй яндырғанҠатынын һәм ҡәйнәһен тереләй яндырған
Ҡатынын һәм ҡәйнәһен тереләй яндырған

Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы һәм Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәттәре хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 16 майында иҫерек ир 62 йәшлек ҡатыны менән эскелек арҡаһында талашҡан. Бәхәс барышында ул ҡатындың өҫтөнә тиҙ яныусан шыйыҡса һипкән һәм ут төрткән. Тәне янған ҡатын дауаханала йән биргән.

Янғын фажиғә булған фатирҙы юҡ иткән, шулай уҡ күршеләге торлаҡҡа ла зыян килтергән. Ут эсендә ғәйепләнеүсенең 86 йәшлек ҡәйнәһе лә һәләк булған. Янғындан килгән дөйөм зыян 720 мең һумдан ашып киткән.

Суд ирҙе бер юлы бер нисә статья буйынса: ике кешене, шул иҫәптән ярҙамһыҙ хәлдәге кешене, айырыуса ҡатылыҡ менән, дөйөм хәүефле ысул менән үлтереүҙә, шулай уҡ ут төртөү юлы менән башҡаларҙың мөлкәтен ҡазалауҙа ғәйепле тип таныны. Уға ҡаты режимлы колонияла 16 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм бер йылға иректе сикләү язаһы тәғәйенләнде.

Фото: https://web.max.ru/-72495441322624

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова