Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентября , 03:50

Уфалла! Бәләкәй бала юғалған!

Кисә кис Бәләбәй районының Илкин ауылы янында урманда 7 йәшлек бала юғалған! Сайтта ⏬

Уфалла! Бәләкәй бала юғалған!Уфалла! Бәләкәй бала юғалған!
Уфалла! Бәләкәй бала юғалған!

Эҙләүгә Рәсәй МЧС-ы, Эске эштәр министрлығы көстәре, «ЛизаАлерт» ирекмәндәре, ҡотҡарыусылар, кинологтар, урындағы халыҡ, һунарсылар һәм башҡа белгестәр йәлеп ителгән. Бөтәһе 122 кеше һәм 18 берәмек техника, шул иҫәптән 3 кинологик расчет ҡатнашҡан. Урманды тикшереү өсөн квадроциклдар, тепловизорҙар, эттәр һәм тепловизорлы "быпылыа" ҡулланылған.

Бөгөн таңғы сәғәт 4-тә сәғәттә бала юғалған урындан бер саҡрым алыҫлыҡта урманда табылған. Ул медицина ярҙамына мохтаж түгел һәм ата-әсәһенә тапшырылған. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре тамамланған.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас