Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентября , 04:00

Өфөлә юғары температуралы электр йылытҡыстары эшләнеләр

1000 градустан юғары температурала эшләй алған сәнәғәт торбалы электр йылытҡыстарын (ТЭН) Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары эшләгән. Эш «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса алып барылды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә юғары температуралы электр йылытҡыстары эшләнеләрӨфөлә юғары температуралы электр йылытҡыстары эшләнеләр
Өфөлә юғары температуралы электр йылытҡыстары эшләнеләр

Был һөҙөмтәгә йылытҡыстың махсус конструкцияһы, махсус һайланған диэлектрик тултырғыс составы, шулай уҡ изоляция яһау һәм һалыуҙың үҙ технологиялары иҫәбенә өлгәшкәндәр. Яңы ТЭН-дар ҙур габаритлы ҡатмарлы профилле деталдәрҙе тигеҙ йылытыуҙы тәьмин итә, деталдәрҙең төрлө формаларына үҙгәрергә мөмкин һәм энергия юғалтыуҙы кәметергә ярҙам итә.

Электр йылытҡыстарҙы резервуарҙарҙы таҙартыу, нефть һәм газды айырыу, пресс-формаларҙы йылытыу һәм локаль термик эшкәртеү өсөн ҡулланырға мөмкин. Аэрокосмос сәнәғәтендә бындай ТЭНүдар самолет конструкцияһы элементтарын, техник хеҙмәтләндереүҙә ҡорамалдарҙы йылытыу, бактарҙа температураны һаҡлау өсөн ҡулланырға мөмкин.

Автор:Айбулат Ишназаров