Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентября , 05:24

Башҡортостанда «Тел мөхите» йәштәр төбәк форумы үтә

6–9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районында, «Авангард» лагерында, «Тел мөхите» йәштәр төбәк форумы үтә. Форумда республиканың төрлө төбәгенән 14–18 йәшлек 100 уҡыусы ҡатнаша.

Форумдың төп идеяһы — башҡорт телен үҫмерҙәрҙең көндәлек тормошоноң тәбиғи өлөшөнә әүерелдергән мөхит булдырыу. Дүрт көн дауамында ҡатнашыусылар башҡорт телендә аралаша, бергәләп проекттар эшләй һәм төрлө сараларҙа ҡатнаша ала. «Тел мөхите» — үҫмерҙәргә башҡорт телендә тиҫтерҙәре менән иркен аралашырға, сәхнәлә сығыш яһарға, медиаконтент булдырырға, команда менән эшләргә, шаяртырға һәм үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға мөмкинлек биргән майҙан.

Форум программаһына һөйләү телмәрен һәм йәмәғәт алдында сығыш яһау күнекмәләрен үҫтереү буйынса белем биреү дәрестәре, лидерлыҡ һәм команда менән эшләү буйынса тренингтар, ижади лабораториялар, медиа йүнәлештәре, блогинг, театр һәм интерактив форматтар, интеллектуаль уйындар һәм дискуссиялар ингән. Башҡорт телен социаль селтәрҙәрҙә һәм һанлы мөхиттә ҡулланыуҙың заманса ысулдарына айырым иғтибар бүленә. Форумдың үҙенсәлеге — тулыһынса башҡорт мөхитендә йәшәү форматы. Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән үҫмерҙәр йыйылып, башҡорт телен айырым уҡыу предметы булараҡ түгел, ә аралашыуҙың төп ҡоралы итеп ҡулланасаҡ.
Форум барышында үҫмерҙәр бер-береһе менән танышып, тәжрибәләре менән уртаҡлашып, республиканың төрлө муниципалитеттарынан башҡорт телендә һөйләшкән йәштәр араһында яңы бәйләнештәр булдырасаҡ.  «Бөгөн үҫмерҙәр өсөн телде белеү генә түгел, ә уны заманса тормошта ҡайҙа һәм нисек ҡулланып булыуын аңлау ҙа мөһим. Шуға күрә башҡорт теле аралашыу, ижад һәм үҙ-үҙеңде табыу ҡоралына әүерелгән мөхит булдырабыҙ. Ҡатнашыусылар форумдан яңы белем менән генә түгел, ә “Башҡортса һөйләшеү заманса һәм ҡыҙыҡ” тигән тойғо менән ҡайтып китһен, тип теләйбеҙ», — ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

Форумды үткәреү Башҡортостан Республикаһының әүҙем башҡорт телле йәштәренән торған тотороҡло берләшмә булдырыу юлындағы мөһим аҙымдарҙың береһе була. Ҡатнашыусылар алған күнекмәләрҙе һәм форумда эшләнгән инициативаларҙы сара тамамланғандан һуң да ҡулланыу планлаштырыла.

Автор:Артур Дәүләтбәков
Читайте нас