Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября , 05:41

Уфалла! 9 класс уҡыусыһы бысаҡ менән иптәшенә сәнскән!

Башҡортостандың бер район үҙәгендә оло ғауға!Сайтта яҙҙыҡ 

Уфалла! 9 класс уҡыусыһы бысаҡ менән иптәшенә сәнскән!Уфалла! 9 класс уҡыусыһы бысаҡ менән иптәшенә сәнскән!
Уфалла! 9 класс уҡыусыһы бысаҡ менән иптәшенә сәнскән!

Ғәҙәттән тыш хәл Кушнаренко гимназияһында дәрес ваҡытында уҡыусылар араһында булған. Уҡыусыларҙың береһе тиҫтерен бысаҡ менән яралаған.

БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, зыян күргән үҫмер үҙәк район дауаханаһына оҙатылған. Ғүмеренә хәүеф янамай, табиптар уға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ваҡиға шәхси ҡаршылыҡтарҙан килеп сыҡҡан. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.

Кушнаренкоға тиҙ арала республика мәғариф министрлығының көрсөккә ҡаршы бригадаһы сыҡты. Хәл контролдә тотола.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас