

Һөҙөмтәлә ике кеше — 75 йәшлек бабай һәм 65 йәшлек әбей төрлө кимәлдәге термик тән йәрәхәттәре алған. Улар Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегенә оҙатылған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "ЧП"ға газ ҡорамалдарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпсе булған. Янғын һүндереүселәр саҡырылмаған. Ваҡиғаның сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлай.