Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября , 04:00

Иҫке Собханғолда спорт майҙансығы асылды

«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы буйынса Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында ГТО нормативтарын әҙерләү һәм тапшырыу өсөн яңы спорт майҙансығы асылды. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫке Собханғолда спорт майҙансығы асылдыИҫке Собханғолда спорт майҙансығы асылды
Иҫке Собханғолда спорт майҙансығы асылды

Майҙансыҡ төрлө кимәлдәге арҡыры бурса, турник комплексы, пресс өсөн эскәмйәләр, төрлө тренажерҙар менән йыһазландырылған. Спорт объекты физик культура менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ.

"ГТО майҙансығын булдырыу райондың спорт инфраструктураһын үҫтереүҙә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуҙа тағы бер мөһим аҙым булып тора", - тине Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин. 

Әйткәндәй, 2021 йылда Иҫке Собханғол ауылының һул ярында ла ГТО майҙансығы асылған ине. 

Автор:Айбулат Ишназаров