Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентября , 10:06

Ер аҫты серҙәрен асыусылар

Башҡортостан тағы бер тапҡыр йәш геологтарҙы берләштергән ҙур халыҡ-ара майҙансыҡҡа әйләнде. 28 августа – 9 сентябрҙә республикала IV Халыҡ-ара «ГеоВызов» геология чемпионаты үтә. Быйылғы сараның географияһы айырыуса киң: Рәсәйҙең 19 төбәгенән 27 командаға ҡушылып, донъяның 13 иленән йәш белгестәр Башҡортостанға йыйылды.

Ер аҫты серҙәрен асыусыларЕр аҫты серҙәрен асыусылар
Ер аҫты серҙәрен асыусылар

Геология — ерҙең тарихын, уның төҙөлөшөн һәм байлыҡтарын өйрәнгән фән. Был һөнәрҙә белем менән бергә күҙәтеүсәнлек, түҙемлек, аналитик фекерләү һәм практик күнекмәләр ҙә талап ителә. Ә бөгөнгө заман геологы өсөн быларға заманса технологиялар менән эш итә белеү ҙә өҫтәлә. Геолог һөнәре йылдан-йыл яңы йөкмәтке менән байый: белгестәр мәғлүмәттәрҙе анализлай, һанлы технологияларҙан, программалауҙан һәм яһалма зиһен мөмкинлегенән файҙалана.

Ошо шарттарҙа «ГеоВызов»тың әһәмиәте лә арта. Ул инде ябай һөнәри ярыш ҡына түгел. Чемпионат йәш белгестәрҙең белем һәм күнекмәләрен һынау, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы профессиональ бәйләнеш булдырыу һәм киләсәк карьера өсөн мөмкинлектәр эҙләү майҙансығына әйләнде.

Географияһы киңәйә

«ГеоВызов» тәүге тапҡыр 2023 йылда үткәрелгән. Ул саҡта Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан 22 йәш геологтар командаһы ҡатнашҡан. Бер нисә йыл эсендә чемпионаттың географияһы ла, ҡатнашыусылар һаны ла байтаҡ киңәйгән.

2026 йылда Башҡортостанға 40 команда — 240 кеше килгән. Уларҙың 27-һе Рәсәйҙең 19 төбәгенән булһа, 13 команда – сит илдәрҙән. Беларусь, Ҡытай, Мозамбик, Гвинея-Бисау, Ираҡ, Иран, Зимбабве, Алжир, Палестина, Мексика, Тажикстан, Мали һәм Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанда үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтә.

Был исемлектең үҙе үк чемпионаттың халыҡ-ара кимәле хаҡында һөйләй. Төрлө илдәрҙән килгән йәш белгестәр өсөн бындай сара   белемен күрһәтеү мөмкинлеге генә түгел, ә бер-береһе менән танышыу, үҙ-ара тәжрибә  уртаҡлашыу  һәм һөнәри  хеҙмәттәшлек өсөн яңы бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге.

«ГеоВызов» – республика өсөн үҙенең тәбиғәтен, ғилми көсөн, мәғариф нигеҙен һәм халыҡ-ара саралар үткәреү мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн тағы бер ҙур майҙансыҡ.

Геолог һөнәренең яңы йөҙө

Геология һөнәре тиһәң,  тауҙар, экспедициялар, ҡыр шарттарындағы эш күҙ алдына килә. Ә бөгөнгө  эше күпкә киңерәк.

Бөгөн ул — тик ер ҡатламдарын өйрәнеүсе белгес кенә түгел, ул ҙур күләмдәге мәғлүмәт менән эшләгән аналитик, заманса ҡорамалдарҙы һәм һанлы технологияларҙы ҡулланған тикшеренеүсе. Геология өлкәһендә программалау һәм яһалма зиһен мөмкинлектәре лә киңерәк файҙаланыла башлай.

Шуға күрә йәштәрҙе геологияға йәлеп итеү — тармаҡтың бөгөнгөһө өсөн генә түгел, киләсәге өсөн дә мөһим мәсьәлә.

«ГеоВызов»дың үҙенсәлеге шунда: ул ҡатнашыусыларға һөнәрҙең практик яғын күрһәтеү менән бергә, геолог эшенең ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм заманса булыуын да асып бирә. Ярыш мөхите, ялан шарттарындағы һынауҙар, экспедиция элементтары йәш белгестәрҙә һөнәргә хас булған асыштар романтикаһын уята.

Бындай сараларҙың тағы бер мөһим яғы — йәш белгестәр менән буласаҡ эш биреүселәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу. Студент йәки йәш геолог үҙенең һәләтен күрһәтергә, тармаҡ вәкилдәре менән аралашырға, ә эш биреүсе үҙ сиратында перспективалы кадрҙар менән танышырға мөмкинлек ала.

Башҡортостан — асыҡ геологик лаборатория

Башҡортостанда «ГеоВызов» чемпионаты үткәрелеүе осраҡлы түгел. Республикабыҙ тәбиғи байлыҡтар һәм геологик мираҫҡа  уникаль төбәк.

Башҡортостанда 46 төр файҙалы ҡаҙылманың өс меңдән ашыу ятҡылығы разведкаланған. Нефть, баҡыр, алтын, тимер мәғдәндәре, боксит, яшма һәм башҡа тәбиғи ресурстар республика иҡтисады өсөн дә, фән өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә Башҡортостандың геологик байлығы файҙалы ҡаҙылмалар менән генә сикләнмәй.

Урал тауҙары — Ер шарындағы иң боронғо тау системаларының береһе. Карст мәмерйәләре, тау йылғалары, боҙ мәмерйәләре, тәбиғәт ҡомартҡылары һәм башҡа уникаль объекттар ғалимдар һәм белгестәр өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Ошондай тәбиғи шарттарҙа йәш геологтар теорияны практика менән бәйләй ала. Китапта йәки аудиторияла өйрәнгән белемдәрен улар реаль геологик объекттарҙа ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостандың тәбиғәте һәм геологияһы чемпионат ҡатнашыусылары өсөн үҙенә күрә асыҡ лаборатория булып тора.

Геологик мираҫ — донъя кимәлендә

Республиканың геологик мираҫы халыҡ-ара кимәлдә лә танылған. Башҡортостандың «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә инә. Был объекттарҙың әһәмиәте тәбиғәт ҡомартҡылары булараҡ ҡына баһаланмай. Улар фән, мәғариф һәм туризм өсөн дә ҙур мөмкинлектәр аса.

Республика биләмәһендә илебеҙҙәге тәүге эталон геологик киҫелештәр — «алтын ҡаҙаҡтар» ҙа урынлашҡан. Улар Ерҙең геологик тарихын өйрәнеүҙә мөһим фәнни әһәмиәткә эйә.

«ГеоВызов» буйынса экскурсион программа ҡатнашыусыларға ошо уникаль мираҫ менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирә. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән йәш белгестәр Башҡортостандың тәбиғәтен үҙ күҙҙәре менән күрә, уның геологик үҙенсәлектәре менән таныша.

Шулай итеп, чемпионаттың географияһы халыҡ-ара кимәлдә киңәйгән һайын, Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәте тураһында ла күберәк кеше белә.

Традицияларҙың дауамы

Башҡортостанда ер аҫтын өйрәнеү һәм тау эше менән бәйле традицияларҙың тамырҙары тәрәнгә китә.

Бынан 250 йылдан ашыу элек яҡташыбыҙ Исмәғил Тасимов тау мәктәбен булдырыу идеяһын тәҡдим итә. Был башланғыс артабан Рәсәйҙә тау мәғарифының үҫешенә нигеҙ һалған мөһим аҙымдарҙың береһе була.

Бөгөн республикала геология һәм уға бәйле тармаҡтар өсөн кадрҙар әҙерләү дауам итә. Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты йәш белгестәргә фундаменталь белем бирә.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Геология институтында фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр алып барыла.

Шулай итеп, «ГеоВызов» Башҡортостан өсөн яңы башланғыс түгел, ә төбәктә формалашҡан ғилми һәм профессиональ традицияларҙың заманса дауамы.

Халыҡ-ара саралар өсөн яңы мөмкинлектәр

«ГеоВызов»тың Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр үткәрелеүе республиканың ҙур халыҡ-ара һәм федераль сараларҙы ҡабул итеү мөмкинлеген дә күрһәтә. Бындай сараны ойоштороу өсөн инфраструктура ғына түгел, ә тәбиғи объекттар, ғилми база, квалификациялы белгестәр һәм тәжрибәле ойоштороусылар командаһы кәрәк.

Чемпионат программаһы ла төрлө йүнәлештәрҙе берләштерә. Һөнәри ярыштар, ялан шарттарындағы һынауҙар, экскурсиялар, осрашыуҙар һәм мәҙәни программа йәш геологтарға үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡарарға мөмкинлек бирә.

Был Башҡортостандың мөмкинлектәрен күрһәтеүҙең тағы бер юлы. Республикаға килгән сит ил вәкилдәре һәм Рәсәй төбәктәренән ҡатнашыусылар профессиональ сарала ҡатнашып ҡына ҡалмай, Башҡортостандың тарихы, тәбиғәте һәм мәҙәниәте менән дә таныша.

Урындағы кимәлдәге хеҙмәттәшлек тә мөһим

Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә профессиональ мәсьәләләр менән бергә социаль һәм хоҡуҡи һорауҙар ҙа бар. Был йәһәттән Башҡортостанда 2021 йылда республика Башлығы Указы менән ойошторолған Ер аҫтын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның эшен дә билдәләп үтергә мөмкин.

Комиссияның төп бурыстарының береһе — ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген тәртипкә һалыу һәм ошо өлкәлә властар, халыҡ һәм эшҡыуарлыҡ араһындағы үҙ-ара бәйләнеште көйләү.

Бындай эш айырыуса мөһим, сөнки ер аҫты ресурстарын файҙаланыу мәсьәләләре ҡайһы саҡта халыҡтың мәнфәғәттәре менән дә бәйле була. Һөҙөмтәле диалог һәм асыҡ эш алып барыу бәхәсле хәлдәрҙең килеп сығыу хәүефен кәметергә, ҡатмарлы юридик мәсьәләләр буйынса уртаҡ ҡарарҙар табырға мөмкинлек бирә.

Был тәжрибә лә республиканың ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә системалы ҡараш формалаштырыуын күрһәтә.

Киләсәккә ҡараш

«ГеоВызов» 9 сентябрҙә «Патриот» паркында ябыла. Чемпионаттың финал программаһында авиашоу ҙа ҡаралған.

Ләкин сараның төп һөҙөмтәһе ярыш протоколдарындағы урындар менән генә билдәләнмәй. Иң мөһиме — төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән килгән йәш белгестәрҙең аралашыуы, яңы белем һәм тәжрибә алыуы, профессиональ бәйләнештәр булдырыуы.

2023 йылда 22 команда менән башланған «ГеоВызов» бөгөн 40 команданы берләштерә. Был һандар чемпионаттың нисек үҫеүен күрһәтә.

Башҡортостан өсөн был — тағы бер ҙур халыҡ-ара сара ғына түгел, был республикабыҙҙың тәбиғи байлығын, фәнни һәм мәғариф мөмкинлектәрен күрһәтеү, йәш белгестәрҙе һөнәргә йәлеп итеү һәм профессиональ хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн яңы мөмкинлек.

Ер аҫтындағы байлыҡтарҙы асыу өсөн белем, тәжрибә һәм заманса технологиялар кәрәк. Ә ошо эштең киләсәге — бөгөн «ГеоВызов» майҙанында йыйылған йәш белгестәр ҡулында.

«ГеоВызов» Башҡортостанда үтә. Әммә уның ҡуйған һорауҙары һәм биргән мөмкинлектәре республиканың сиктәренән күпкә киңерәк.

 

Ер аҫты серҙәрен асыусылар
Ер аҫты серҙәрен асыусылар
Ер аҫты серҙәрен асыусылар
Ер аҫты серҙәрен асыусылар
Ер аҫты серҙәрен асыусылар
Ер аҫты серҙәрен асыусылар
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас