Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентября , 07:25

Тауыҡтарға ла сират етте: иҫәпкә ҡуймаһаң, ни була?

Һуңғы көндәрҙә республикабыҙҙағы шәхси ярҙамсы хужалыҡ хужаларын бер һорау борсой: тауыҡ, ҡаҙ, өйрәктәрҙе мотлаҡ теркәргә кәрәкме? Социаль селтәрҙәрҙә хатта ҡулына тауыҡ тотоп,  МФЦ-ға килгән кешеләр тураһында ҡыҙыҡлы  видеояҙмалар  ҙа таралды. Шуға күптәр был хәбәрҙе шаяртыу йәки фейк тип ҡабул иткән. Әммә был — ысынбарлыҡ.

Тауыҡтарға ла сират етте: иҫәпкә ҡуймаһаң, ни була?Тауыҡтарға ла сират етте: иҫәпкә ҡуймаһаң, ни була?
Тауыҡтарға ла сират етте: иҫәпкә ҡуймаһаң, ни була?

1 сентябрҙән Рәсәйҙә йорт ҡоштарын мотлаҡ иҫәпкә ҡуйыу талаптары үҙ көсөнә инә. Был ҡағиҙә тауыҡтарға ғына түгел, өйрәк, ҡаҙ, күркә, бүҙәнә, цесарка һәм хатта страустарға ла ҡағыла.

Кемдәргә теркәлеү кәрәк?

Яңы талап буйынса ундан ашыу ҡош аҫраған шәхси ярҙамсы хужалыҡтар мал-тыуарын иҫәпкә ҡуйырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта һәр тауыҡҡа айырым «паспорт» алырға йәки уға махсус билдә тағырға кәрәкмәй. Ҡоштарҙы төркөмләп теркәү ҡаралған һәм уларға дөйөм идентификация номеры бирелә.

Тауыҡтарҙы МФЦ-ға алып барырғамы?

Юҡ, ҡоштарығыҙҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып,  МФЦ-ға юлланыуҙың кәрәге юҡ!  Иҫәпкә ҡуйыу өсөн хужаларға урындағы ветеринария станцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белгестәр ҡоштар тураһында мәғлүмәтте махсус «Хорриот» системаһына индерәсәк.

Ниндәй мәғлүмәттәр талап ителә?

Хужа ветеринария хеҙмәтенә түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерергә тейеш: ҡоштарҙың яҡынса ҡасан сығарылыуы, уларҙы аҫрау төрө, хужа тураһында мәғлүмәттәр, үткәрелгән дауалау һәм профилактик саралар. Артабан ҡош-ҡорт һанында ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр тураһында ла ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә тура киләсәк. Мәҫәлән: себештәр сыҡһа, ҡош үлһә, хужа йәки аҫрау урыны үҙгәрһә.

«Хорриот» нимә ул?

«Хорриот» — дәүләт мәғлүмәт системаһының хайуандарҙы иҫәпкә алыу өсөн тәғәйенләнгән махсус компоненты. Ул Рәсәйҙең «ВетИС» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына хайуандар иҫәбе, профилактик, диагностик һәм дауалау саралары тураһында мәғлүмәт ебәреү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ карантин кеүек сикләүҙәрҙе индереү йәки бөтөрөү хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә системаға теркәлә.

Ҡош-ҡортто иҫәпкә ҡуйыу күпме тора һәм штраф буласаҡмы?

Рәсәйҙә 1 сентябрҙән йорт ҡоштарын мотлаҡ иҫәпкә ҡуйыу тураһындағы яңылыҡ күптәрҙе борсоуға һалды. «Был хеҙмәт түләүлеме?», «Маркировка яһатмаһаң, штраф һалалармы?», «Ни өсөн кәрәк һуң был иҫәп?» тигән һорауҙар ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.

Ҡош-ҡортто «Хорриот» системаһына индереү өсөн түләргә кәрәкмәй. Әммә һәр хужа үҙ иҫәбенә ҡоштар аҫраған ояла махсус мәғлүмәт таҡтаһы урынлаштырырға тейеш. Ул яуым-төшөмгә  сыҙамлы материалдан эшләнгән булыуы шарт. Таҡтала ҡоштоң төрө, тоҡомо, маркировка яһалған көнө, хужаһы тураһында мәғлүмәт һәм башҡа кәрәкле белешмәләр күрһәтелә.

Маркировка булмаһа, шунда уҡ штраф һалырҙармы?

Әлеге ваҡытта ундан ашыу ҡош аҫраған хужалыҡтар ҡош-ҡортон иҫәпкә ҡуйырға тейеш. Ә 2029 йылдан был талап аҙыраҡ һанда ҡош аҫраусыларға ла ҡағыласаҡ.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, хужалар был эште 1 сентябргә тиклем башҡарырға тейеш ине. Әммә Башҡортостан буйынса Россельхознадзорҙың эске ветеринар күҙәтеү бүлеге етәксеһе Ләйсән Хәкимова аңлатыуынса, талап үҙ көсөнә ингән тәүге көндәрҙә үк халыҡты штрафҡа тарттырыу күҙалланмай.

Белгестәр тәү сиратта профилактик һәм аңлатыу эштәре алып барасаҡ. Хужаларға ҡош-ҡортто иҫәпкә ҡуйыуҙың ни өсөн кәрәклеген төшөндөрәсәк.

Шулай ҙа иҫәпкә ҡуйыуҙан аңлы рәүештә һәм оҙаҡ ваҡыт ҡасып йөрөүселәргә һуңынан штраф санкциялары ҡулланылыуы ихтимал. Тикшереү барышында ҡағиҙә боҙоу раҫланһа, аҡсалата яза күләме 1000 һумдан башланыуы мөмкин.

Ә ни өсөн ҡоштарҙы иҫәпкә алыу кәрәк?

Ҡош-ҡортто маркировкалау — Рәсәй Хөкүмәтенең 2023 йылда ҡабул ителгән 550-се ҡарарын тормошҡа ашырыуҙың сираттағы этабы. Быға тиклем махсус система аша эре мөгөҙлө мал, аттар һәм сусҡалар иҫәпкә ҡуйылды. 2025 йылдың 1 сентябренән ҡуяндар, бал ҡорттары һәм тиреһе ҡиммәтле йәнлектәр ҙә маркировкалана башланы. Хәҙер сират ҡаурыйлыларға ла етте.

Иҫәп — иң тәүҙә хәүефһеҙлек өсөн

Был талаптың төп маҡсаты — хужалыҡтарҙың биологик хәүефһеҙлеген күтәреү. Ҡош-ҡорт иҫәбен алып барыу уларҙың һанын күҙәтергә, хәүефле ауырыуҙарҙың таралыуын ваҡытында асыҡларға һәм иҫкәртергә ярҙам итәсәк.

Тимәк, яңы тәртип — ябай ғына «ҡоштарҙы һанап сығыу» түгел. Ул эпидемияларҙы иҫкәртеүгә, хужалыҡтарҙы һаҡлауға һәм аҙаҡҡы һөҙөмтәлә ҡошсолоҡ продукцияһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас