Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентября , 05:00

Ҡәҙим Аралбайға — 85

#ЮлайКәримовфотоһы

Ҡәҙим Аралбайға — 85Ҡәҙим Аралбайға — 85
Ҡәҙим Аралбайға — 85

Башҡортостандың халыҡ шағиры

Тормош ҡыҙыҡ бит ул:
Күҙ һирпкәнсә
Теҙген бушат, ирек бир генә,—
Эйәренән хәҙер осорорҙай
Ярһыу толпар менән бер миңә...

Мөхәббәткә һыуһап янды йөрәк,
Ипкендәрен бәрҙе ҡуҙ һымаҡ.
Тормош килде, күҙҙәремә бағып,
Ун һигеҙе тулған ҡыҙ һымаҡ...

Аттан ауып, төнгә юлыҡҡандар,
Йөрәгемдә һеҙгә тере ҡуҙ...
Тормош берсә — баш бирмәҫлек толпар,
Берсә — илгәҙәккәй еткән ҡыҙ.

 

#ЮлайКәримовфотоһы

Автор:Юлай Кәримов
Читайте нас