Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентября , 03:00

Белем көнө менән!

Бөгөн - көҙҙөң тәүге көнө, яңы уҡыу йылы башлана.1 сентябрь — уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн айырыуса тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле көн. Берәүҙәр тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асһа, икенселәр яңы белем үрҙәренә юл ала.  Барлыҡ уҡыусыларға — яҡшы билдәләр, яңы дуҫтар һәм ҡыҙыҡлы асыштар, уҡытыусыларға — сабырлыҡ һәм ижади уңыштар, ә ата-әсәләргә түҙемлек, ҡыуаныслы мәлдәренең күберәк булыуын теләйбеҙ!  Яңы уҡыу йылы һәр кемгә бәхетле мәлдәр, ҙур ҡаҙаныштар һәм яҡты киләсәккә илтеүсе яңы мөмкинлектәр алып килһен!

Добавить в предпочтительные источники Google
Белем көнө менән!Белем көнө менән!
Белем көнө менән!

Фото: Т.АМАНОВ

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова