Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентября , 05:28

БАЛАНЫ МӘКТӘПКӘ ОҘАТҠАНДА НИНДӘЙ ДОҒА УҠЫРҒА?

Сентябрҙән күптәр өсөн яңы тормош башлана. Кемдер балаһын - беренсегә, кемдер ун беренсегә оҙата. Кемдер үҙе мәктәптә эшләй. Нисек кенә булмаһын, өй эштәре, контроль эштәр, имтихан тип борсоусы осорға аяҡ баҫтыҡ.

БАЛАНЫ МӘКТӘПКӘ ОҘАТҠАНДА НИНДӘЙ ДОҒА УҠЫРҒА?БАЛАНЫ МӘКТӘПКӘ ОҘАТҠАНДА НИНДӘЙ ДОҒА УҠЫРҒА?
БАЛАНЫ МӘКТӘПКӘ ОҘАТҠАНДА НИНДӘЙ ДОҒА УҠЫРҒА?

Үҙегеҙ дә, балағыҙ ҙа һәр эште ошо һүҙҙәр менән башлағыҙ
بسم الله الرحمن الرحيم
✔Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Рәхимле һәм Шәфкәтле Аллаһтың исеме менән!
ربّ يسّر ولا تعسّر ربّ تمّم بالخير
✔Рабби йәссир уа ләә туғәссир. Рабби тәммим бил-хайр.
Раббым! Һәр эшемдә еңеллек бир. Раббым! Миңә башлаған һәр эшемдә хәйерле аҙағын насип ит.
رَّبِّ زِدْنِي عِلْمًا
✔Рабби зиднии ғилмән.
И, Раббым! Ғилемемде арттыр («Та Һа» сүрәсе, 114).
اللَّهُمَّ انْفَعْنَا بِمَا عَلَّمْتَنَا وَعَلِّمْنَا مَا يَنْفَعُنَا وَزِدْنِي عِلْمًا
✔Аллаһүммә-нфәғнәә бимәә ғәлләмтәнәә үә ғәллимнәә мәә йәнфәғүнәә үә зиднии ғилмән.
Йә, Аллаһым! Беҙҙең ғилемдәребеҙҙе файҙалы итһәң, беҙҙе файҙалы ғилемдәр менән бүләкләһәң һәм уларҙы арттырһаң ине.
رَبِّ اشْرَحْ لِي صَدْرِي وَيَسِّرْ لِي أَمْرِي وَاحْلُلْ عُقْدَةً مِنْ لِسَانِي يَفْقَهُوا قَوْلِي
✔Рабби-шрах лии садрии үә йәссир лии әмрии үәхлүл ғүкдәтәм-минәл лисәәни йәфҡаһу ҡаүлии.
И, Раббым! Минең күкрәгемде киң ҡыл! Эшемде миңә еңел ҡыл. Һүҙемде яҡшы аңлай алһындар өсөн, телемдәге төйөнде сис («Та Һа» сүрәсе, 25-28).

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас