

Йәй аҙағында ҡалабыҙ йәнләнә: уҡыу йылы башланыу менән юлдарҙа ла мәшәҡәт арта. Ошо мәлгә ҡарата, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, Пугачев урамында дүрт һыҙатлы юл төҙөлөшө ваҡытынан алда тамамланды. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығы хәбәр итә.
Иртәгә, 1 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 7:15-тә юл асыласаҡ. Хәҙер водителдәр Геофизиктар урамынан алып Генерал Рыленко урамы менән киҫелештәге транспорт сиселешенә тиклем дүрт һыҙат буйлап иркен йөрөй аласаҡ.
Әлегә төҙөүселәрҙең эше бының менән генә сикләнмәй: алда юл-дублерҙы төҙөү һәм тирә-яҡты төҙөкләндереү эштәре көтә.