

Баймырҙина Римма
Балаҡайым иҫән йөрө
Сығаһың оҙон юлға.
Хызыр Ильяс юлдаш булһын
Ҡыламын изге доға.
Балаҡайым, күҙ нурымды
Фатихалап оҙатам.
"Барыһы ла уң булыр" тип
Үҙ - үҙемде йыуатам.
Әсә күңеле балала
Алыҫ ара булһа ла.
Әсә бала араһында
Пәрҙәләр юҡ донъяла.
Бәхет үҙе һирпелгәндәй
Йылмайған йөҙҙәреңдән.
Юҡҡа сыға һағыштарым
Бал тамған һүҙҙәреңдән.
Тап булғанда ауырлыҡҡа
Сабыр ҡалырға тырыш.
Илата ла, йырлата ла
Күп ҡырлы шул был тормош.